Хәйерле иртә, Республика! - 28.03.22 Умартасы хәстәре

Умартасы өсөн ҡыҙыу мәл етә. Кемдер ҡышын күстәр һәләк булды тиһә, бәғзе бер умартасылар килемен һанай башлағандыр. Уныһын иһә ваҡыт үҙе күрһәтер. Башҡортостанда яҡынса 340 мең күс булғанын иҫәпкә алғанда, быйыл тауыш ныҡлы ғына булыр.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 28.03.22 Умартасы хәстәре

Быйыл Башҡортостан Апимондия-2022 форумын ҡаршыларға тейеш ине. Әммә, билдәле сәбәптәр буйынса, донъя умартасылары башҡорт балын тәмләй алмаясаҡ. Уларҙы Сантьягола көтәләр.

Тик ҡунаҡ килмәй тип илап ятыр мәл түгел. Умартасының үҙ хәстәре, ти бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Иглин умартасыһы Фәнис Хәлилов.