Хәйерле иртә, Республика! - 30.03.22 Легендар летчик-штурмовик яҙмышы

Легендар летчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 30.03.22 Легендар летчик-штурмовик яҙмышы

Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, легендар лётчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы һәм ғөмүмән бөтә тормош юлы барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.

Быйыл иһә, Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл. Ошо тарихи дата айҡанлы «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуының бөгөнгө сығарылышын беҙ уға бағышланыҡ. Программа дауамында халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың данлы улы тураһында хәтирәләр менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Беҙҙең әңгәмәгә Илеш районынан Муса Гәрәев музейының ғилми хеҙмәткәре Фәриҙә Нуриәхмәтова ҡушыла. Ул беҙҙең менән скайп аша тура бәйләнештә.