Хәйерле иртә, Республика! - 11.04.22 Моң хужаһы

Юлай Үҙәнбаевҡа 55 йәш тулды.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 11.04.22 Моң хужаһы

Бер йырламай күңел булмай, күңел тулы моң булғас. Йыр яратҡан, моң ҡәҙерен белгән халҡыбыҙ өсөн әллә күпме, сифатлы йырҙар бүләк иткән танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. 3 апрелдә үҙенсәлекле, моңло йырҙар авторы 55 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы.