Хәйерле иртә, Республика! - 13.04.22 Милли кейем көндәре

Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында, 2019 йылдан бирле тѳбәктә Милли кейем кѳндәре билдәләнә.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 13.04.22 Милли кейем көндәре

Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, сара йылына ике тапҡыр — апрелдең – ѳсѳнсѳ һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.
Быйыл был көндәр 15 апрелгә һәм 9 сентябргә тура килә. Милли кейем көнөнә бағышланған бихисап саралар араһынан берәүһенә айырым туҡлатып үтәйек. 15 апрель Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында уҙғарылған «Милли костюм» конкурсына йомғай яһаласаҡ.

Сара тураһында ентекләберәк беҙгә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге директоры Зөлфирә Юлдашбаева, ә тапшырыуҙың икенсе өлөшөндә, балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүсе «Селтәр» студияһы вәкиле Сәбилә Хәбибуллина һөйләй.