Әлбитттә, үҙ ерендә үҙ ризығын үҫтергәндәр бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ һәм донъя сикләүҙәре лә уларға ҡағылмаясаҡ. Тапшырыуҙа бөгөн күптәребеҙҙең яратҡан ризығы картуф, уны ултыртыу нескәлектәре тураһында һөйләшергә саҡырабыҙ.
Студияға саҡырылған ҡунаҡтарбыҙ — Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Фирҙәүес Илгиз Аҫылбаева һәм «Башҡортостан» гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире, оҫта баҡсасы Лилиә Нуретдинова.