Башҡортостан үҙен ҡош, бигерәк тә ҡаҙ ите менән тулыһынса тәъмин итә ала. Бының өсөн яңы проекттарҙы бойомға ашырыу ғына түгел, ә ошоға тиклем эшләп килгән инкубатор һәм фермаларҙы һаҡларға, уларға ярҙам итергә кәрәк.
“Әсән” ҡошсолоҡ фабрикаһы, мәҫәлән, Рәсәй субьекттары һәм сит илдәр менән бәйләнеште яйға һала. Йылына 250 меңгә яҡын ҡаҙ бәпкәһе һатҡан предприятиела хәҙер бройлер себештәре сығарыла. «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуында һүҙ ҡаҙ бәпкәләре, уларҙы үрсетеү һәм үҫтереү тураһында бара.