Илебеҙ 77-се Еңеү көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. 9 май — һәммәбеҙ өсөн изге көн, оло батырлыҡ, хәрби Дан, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек байрамы. Халҡыбыҙ ҡаһармандары хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү — беҙҙең төп бурыс. Тап ошо маҡсатта, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылғайны. Легендар геройыбыҙ исемен йөрөткән егет-ҡыҙҙар алдында ниндәй бурыстар тора? Девизия командиры исемен лайыҡлы йөрөтөү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн студияға саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ йәш шайморатовсылар үҙҙәре яуап бирер. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класс етәксеһе Азамат Шәрәфетдинов һәм йәш шайморатовсылар 7-се "г" класы уҡыусылары Ильяс Йылҡыбаев һәм Камилла Фәсхетдинова.