Һаулыҡ — ҙур байлыҡ, тибеҙ. Ә ошо байлыҡты һаҡлау ҡалыу һәр беребеҙҙең үҙебеҙҙән тора. Кеше сирләгәс тә тәүҙә, әлбиттә, табипҡа бара, дауалана. Ә бына дауаланғандан һуң реабилитация үтеү мөһим икәнлеген барыһы ла белеп тә, бәлки, аңлап та етмәй.
Ни өсөн реабилитация кәрәк һәм кемдәр уны үтергә тейеш?
Бөгөн, 27-се майҙа, «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуынданда ошо хаҡта әңгәмә булды.
Студияға Республика табип-физкультура диспансерының медицина реабилитация бүлеге мөдире, табип-физиотерапевт Елена Ибраһимова, көндөҙгө стационар бүлеге мөдире Зөлфиә Садиҡова һәм реабилитолог, массаж оҫтаһы Салауат Әлибаев килде.