Хәйерле иртә, Республика! - 07.05.22 Киң мәғлүмәт сараларының заманса үҫеше

Киң мәғлүмәт сараларының заманса үҫеше
  • Хәйерле иртә, Республика! - 07.05.22 Киң мәғлүмәт сараларының заманса үҫеше

Хәҙерге заманды киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә. Традицион рәүештә, гәзит-журнал мәғлүмәт биреү, фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. Улар шулай уҡ берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеп, әхлаҡи йүнәлеш биреп, йәмәғәт фекерен булдырыусыларҙы берләштерә.

Башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, “Киске Өфө” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Йәнбаева менән һөйләшәбеҙ.