Хәйерле иртә, Республика! - 10.06.22 Миңдәр нимә тураһында һөйләй?

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы көн һайын, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 10.06.22 Миңдәр нимә тураһында һөйләй?

Миңдәрҙе һанарға ярамай, күбәйер тип киҫәтә торғайны ололар. Был халыҡ һынамышына ышанырғамы, юҡмы, һәр кемдең үҙ ихтыярында. Әммә миңдәргә ҡарата иғтибарлы булырға көрөклеге көн кеүек асыҡ. Тәндәге таптар нимә тураһында һөйләй, уларҙы алдырырға кәрәкме, ниндәй осраҡта табипҡа йүгерер кәрәк?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн һеҙҙең һәм беҙҙең яратҡан белгес яуап бирер. Беҙҙә ҡунаҡта — юғары категориялы табип-онколог, хирург, "Иң яҡшы табип-онколог 2018” конкурсы еңеүсеһе Гөлнур Ниғманова.