Хәйерле иртә, Республика! - 14.06.22 Ҡылдарға моң һалыусы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының геройы - ҡылдарға моң һалыусы замандашыбыҙ Гөлнур Ғәлимова.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 14.06.22 Ҡылдарға моң һалыусы

Халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдары бик күп. Ата-бабаларыбыҙ борондан оҫта ҡуллы ла, йыр- моңға ла әүәҫ булған. Ул ҡурайы, думбыраһы, дөңгөр, ятағандары, ҡумыҙы, ҡыл ҡумыҙы...Оҫталар ҡулында үлән дә, тимер, ағас, ҡыл да моң сығарған. Әле лә арабыҙҙа уларҙың эшен дауам итеүселәр бар.

14-се июндә "Рәсәй1-Башҡортостан" телеканалында эфирға сыҡҡан "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының геройы — ағасты йырлатыусы, ҡылдарға моң һалыусы замандашыбыҙ Гөлнур Ғәлимова.