Хәйерле иртә, Республика! - 21.06.22 Хәүефһеҙлек һағында

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 21.06.22 Хәүефһеҙлек һағында

Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда, хатта Урал аръяғы райондарында эпизоотик хәл-торош көсөргәнешле. Баймаҡ районында малсылыҡҡа афәт килтергән нодуляр дерматит сире, ҡайһы бер райондарҙа ҡош киҙеүе сығанаҡтары теркәлгән. Башҡортостанда эпизоотик хәл-торошҡа ҡаршы ниндәй саралар ойошторола, мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттарҙың хәүефһеҙлеген нисек һаҡлап ҡалырға — был һорауҙарға Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин яуап бирәсәк.