Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, йыл һайын Зөлхизә айының унынсы көнөндә Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Быйыл ул 9 июлгә тап килә. Аңлауығыҙса, бөгөнгө программала мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе — Ҡорбан ғәйете тураһында әңгәмә ҡорорға ниәтләнек.
Студиябыҙ ҡунаҡтары - Башҡортостандың ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин, һәм Өфөләге "Ихлас" мәсете хәҙрәте Афзалетдин Сафин.