Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге – милләттең киләсәге, тип әйтәләр халыҡта. Әммә был һүҙҙәрҙе ир-аттарға ҡағылышлы ҡулланыу ҙа дөрөҫ булыр. Ир сәләмәт булмайынса, татыу ғаилә, сәләмәт нәҫел тураһында һүҙ йөрөтөп тә булмай.
Көслө заттарыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында булыр бөгөнгө әңгәмә.
Һеҙҙең һәм беҙҙең һорауҙарға Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Пирогов һәм Бөйөк Петр ордендары кавалеры, уролог Әхмәтсолтан Мөхәмәтшин.