Хәйерле иртә, Республика! - 02.08.22 Халыҡ йырҙары заманса яңғырашта

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 02.08.22 Халыҡ йырҙары заманса яңғырашта

Ташҡа баҫылған киләһе һүҙҙәр гел уйланышта ҡалдыра ине. Бына улар: "Халыҡ йырҙары, таҡмаҡтары электән үк хәрәкәтсән, тиҙ үҙгәрә, яңылыҡты тиҙ эләктереп ала". Был юлдар Башҡорт халыҡ ижадының бәйеттәр йырҙар таҡмаҡтар томынан. Халыҡ йырҙарын үҙгәртергә ярамай, тигән ҡарашта инем мин.

Ә бына "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының бөгөнгө ҡунаҡтары ижады мине башҡасараҡ уйларға мәжбүр итте. Уларҙың һаҡ ҡына, сама менән генә стилләштергән йыр-көйҙәре күңелгә шул тиклем ятышлы килеп сыға.