Башҡортостанда һыуға батып үлеүселәр арта. Аҙна эсендә ошондай тиҫтәнән ашыу ваҡиға теркәлде. Бөгөн һыу һәм унда үҙеңде нисек тотоу, июль селләһендә үҙеңде нисек һаҡлау хаҡындағы һорауға яуапты бергәләп эҙләйек. Студия ҡунағы — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк патруль ҡотҡарыу отрды етәксеһе урынбаҫары Эльдар Ғәрифуллин.
Хәйерле иртә, Республика! - 13.07.22 Һыуҙа һаҡ булығыҙ!
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта сыға.