Белгестәр фаразлауынса, сентябрь айына короновирус менән ауырыусыларҙың һаны артыуы ихтимал. Һуңғы көндәрҙә инфекцияның таралыу тиҙлеге 26 процентҡа артҡан.
Ковидтың яңы штаммы – "Кентавр" әле Европа буйлап тарала һәм Рәсәйгә лә килеп еткән. Тәүге осраҡ Мәскәү ҡалаһында теркәлгән. Инфекционистар билдәләүенсә, ковидтың яңы төрө "омикрон"ға ҡарағанда ла тиҙерәк тарала.
Уның билдәләре һәм һаҡланыу саралары хаҡында бөгөнгө тапшырыуҙа аралашасаҡбыҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, Өфө ҡалаһының Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Булат улы Шәмиғолов беҙҙең тапшырыуҙа ҡатнаша.