Уҡыу башланыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Бигерәк тә беренсе синыфҡа төшкән ҡыҙҙар һәм малайҙар белем көнөн түҙемһеҙлек менән көтә. Яңы мәктәп, яңы дуҫтар...
Ата-әсәләр өсөн иһә был ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм көсөргәнешле мәл. Мәтди яҡтан ғына түгел, тәү сиратта психологик яҡтан. Сөнки ни тиһәк тә, баланың беренсе синыфҡа барыуы — ҡәҙимге тормоштан тайпылып, бөтөнләй ҙә яңы үҫеш этабына күсеүе. Был ваҡиға һәр ғаиләнең көнитмешенә етди үҙгәрештәр индерә
Һеҙҙең һәм беҙҙең һорауҙарға бөгөн тәжрибәле психолог Әлфиә Сәғит ҡыҙы Байрағолова яуап бирәсәк.
Шулай уҡ, беҙҙең әңгәмәгә Элвир Ишкилдин һәм уның улы Нурлан да ҡушыла.







