Уның исеме йырҙарҙа йырланмаһа ла, тормошо йыр кеүек. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ — Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы Ғәйнуллина.
Бар ғүмерен медицинаға арнаған табибә үҙенең юбилейын ҡаршылай. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, әммә, Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы нисәнсе көҙөн ҡаршылағанын йәшермәй.