Хәйерле иртә, Республика! - 19.09.2022 Юбилейың менән, Маэстро!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 19.09.2022 Юбилейың менән, Маэстро!

Ҡайҙа башҡорт – шунда ҡурай, ҡайҙа ҡурай шунда — Рәмил Ғәйзуллин. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы. Урал ғына тауҙың ай башында, урай –урай үҫкән бер ҡурай, тигән башҡорт халыҡ йырына ярашлы, шул ҡурайҙы бәләкәй саҡтан өҙөп алып уйнарға өйрәнгән замандаштарыбыҙҙың береһе – ул Рәмил Ғәйзуллин.
Рәмил Мәүлит улы быйыл 60 йәшен билдәләне. Һәм ошо көндәрҙә маэстро үҙенең юбилей концертына саҡыра.