"Хәйерле иртә, Республика!" - 28.09.2022 Дауалай ҙа, йырлай ҙа

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға
  • "Хәйерле иртә, Республика!"  - 28.09.2022 Дауалай ҙа, йырлай ҙа

Көндәр һыуытыу менән һалҡын тейҙереп сирләүселәр һаны арта. Шуныһы ҡыҙыҡлы, тап ошо миҙгелдә тамаҡ, ҡолаҡ һәм танау ауырыуҙарын өйрәнеүсе, дауалаусы белгестәр, йәғни оториноларингологтар һөнәри байрамын билдәләй. Иртәгә, 29 сентябрҙә Рәсәйҙә ЛОР-табиптары көнө. Уларҙың эшен, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ. Сөнки тын алыу, ишетеү, һөйләшеү кеүек һәләттәр һәр кеше өсөн бик мөһим.

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының 28-се сентябрь сығарылышын беҙ ошо темаға бағышлап, студиябыҙға Башҡортостандың иң шәп табиптарының береһе – танылған фониатор, Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Наил Ғабдуллинды саҡырҙыҡ.