Хәйерле иртә, Республика! - 30.09.2022 Күңелем йырҙары

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 30.09.2022 Күңелем йырҙары

Октябрь айында Өфөлә һәм Өфө районында ҙур хәйриә концерты көтөлә. Йыйылған аҡса Донбассҡа ебәреләсәк. Хәйриә концертын ойоштороусы йырсы, автор-башҡарыусы, Рәсәй Авторҙар йәмғиәте ағзаһы, Рәсәй журналистар берлеге ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы эйәһе Гөлфиә Шәүәлиева бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Һәм уның менән бергә беҙҙең студияла баянсы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе педагогы Илгиз Юлдашбаев.