Йыл һайын, 5-се октябрҙә 100-ҙән ашыу илдә мәғариф ѳлкәһендә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар һѳнәри байрамын билдәләй.
Совет осоронда был дата октябрҙың тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнеп килгән һәм, 1994 йылда ғына уҡытыусылар кѳнѳ итеп 5-се октябрь иғлан ителә.
Бөйөк һөнәр эйәләрен быуаттар дауамында нисек кенә атамайҙар: уҡытыусы, остаз, тәрбиәсе, мөғәллим, педагог... Нисек кенә әйтелмәһен, улар барыһы ла намыҫлы, дөрөҫлөккә әйҙәүсе, белгән, тыуған илен һөйгән, балаларҙы яратҡан, кеше күңелен аңлаусы шәхес, икенсе ата-әсә тиергә лә мөмкин.
Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, беҙ бөгөн "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында тап улар тураһында һүҙ йөрөтәсәкбеҙ.