Хәйерле иртә, Республика! - 07.10.2022 Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 07.10.2022 Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс

Илебеҙҙе һаҡлау — һәр кемдең төп бурысы. Бөгөнгө эфирыбыҙҙың темаһы ошолай яңғырай. Был һүҙҙәрҙең асылын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, әммә үҙ ирҙәрен, улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәләр йөрәгенә бойороп булмай. Сит тарафтарҙа, яу урындарында булған билдәһеҙлек ҡурҡыта уларҙы.

Бөгөн беҙ студияға ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, социология фәндәре кандидаты, 4 бала атаһы Илгиз Солтанморатовты саҡырҙыҡ. Ул өс ай дауамында Донецк һәм Луганск өлкәләрендә хеҙмәт итеп, ошо көндәрҙә үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡа граждандар менән республикаға әйләнеп ҡайтты. Илгиз Зәмфир улы күргәндәре, кисергәндәре менән беҙҙең менән дә бүлешергә әҙер.