Хәйерле иртә, Республика! - 24.10.2022 Милек һалымын түләргә онотмағыҙ!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 24.10.2022 Милек һалымын түләргә онотмағыҙ!

Республикабыҙ халҡына һалым белдереүҙәрен сентябрҙән октябрь аҙағынаса таратыла. Бурыстарын күптән инде атҡарып ҡуйғандар ҙа бар. Үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә уны ваҡытында үтәмәй.

Физик шәхестәрҙең милек һалымы тулыһынса республика һәм муниципаль берәмектәрҙең урындағы бюджеттарын тулыландырыуға йүнәлтелә. Тимәк, һалымдар тормошобоҙҙо уңайлыраҡ итеүгә мөмкинлек бирә. Ни өсөн һалымды ваҡытында түләү мөһим, милек, транспорт һалымдарын түләгәндә кемдәргә ташламалар ҡаралған? Барыһы хаҡында ла ентекләп Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса белгесе Гөлсөм Мортазинанан белешәбеҙ.