Хәйерле иртә, Республика! - 26.10.2022 Үлемһеҙ ижад

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 26.10.2022 Үлемһеҙ ижад

Бөгөн, 26-сы октябрҙә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға таҡтаташ асыла. Ул Өфө ҡалаһының Менделеев урамы, 7/1 адресы буйынса, әҙип йәшәгән йорт диуарында ҡуйыласаҡ.
Бөйөк шәхестең иҫтәлегенә арналған сара бөгөн 12 сәғәттә башлана. Унда Ноғман Сөләймән улының ижадына битараф булмаған, теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышын да беҙ әҙәбиәтебеҙҙең мәңгелек урманы — Ноғман Мусинға арнаныҡ.

Әңгәмәселәребеҙ — "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, журналист, шағир, Башҡортостандың атғаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин һәм журналдың бүлек мөхәррире, шағирә, тәржемәсе Гөлнара Хәлфетдинова.