Бөгөн 7 ноябрь, дүшәмбе. Рәсәйҙә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы һәм Хәрби Дан көнө тип билдәләнһә, беҙҙең Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы холдингы өсөн был көн айырыуса әһәмиәтле.
1927 йылдың 7-се ноябрендә республиканың төрлө төбәктәрендә үҙәк майҙандарҙа, клубтарҙа урынлаштырылған репродукторҙарҙан тәүге тапҡыр "Өфө һөйләй" тигән һүҙҙәр яңғырай. Тәүге станция 8 ай тест режимында эшләй. Көндәлек тапшырыуҙар иһә 1928 йылдың 1 авгусынан эфирға сыға.
Йылдар үтеү менән радио халыҡтың тоғро юлдашына әүерелде. "Рәсәй- Башҡортостан" радиоһы хәҙер республикала иң алдынғы каналдарҙың береһе. Хәҙер ул тотош республика буйынса ФМ йышлыҡтарына күсте.
Әйткәндәй, беренсе радиопрограммалар араһында ауыл хужалығы темаһына арналған "Крәҫтиән иртәләре" һәм әҙәби-музыкаль композициялар айырым урын биләй. Бөгөн "Башҡортостан радиоһы" интернет платформаларҙа һәм телевизион каналдарҙа ла үҙ урынын тапҡан канал.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм "Рәсәй-Башҡортостан радиоһы" етәксеһе Ришат Миндияров.