Хәйерле иртә, Республика! - 07.11.2022 Көсөбөҙ - берҙәмлектә

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 07.11.2022 Көсөбөҙ - берҙәмлектә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың мобилизацияланған граждандарға дәүләт гарантиялары тураһындағы Указына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың эш урындары һаҡлана, кредит буйынса льгота бирелә, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса ташламалар, тағы 31 ярҙам сараһы ҡаралған.

Ул ғына ла түгел, ил именлеге өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ир-егеттәребеҙгә бөтә республика халҡы ярҙам итергә әҙер. Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ, программабыҙҙың икенсе яртыһында яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.

Студиябыҙ ҡунаҡтары — "Ғаилә" социаль ярҙам үҙәгенең бүлек етәксеһе Венера Ғафарова һәм Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең Өфө районы филиалы директоры Миләүшә Йәмилова.