Билдәле булыуынса, телевидениела 22-се төймә муниципаль телеканалдарға беркетелгән. Һәм унда дөйөм эфир ваҡытының 20 проценты урындағы ваҡиғаларҙы яҡтыртыуға йүнәлтелә.
Әйткәндәй, 2 йыл элек был төймәгә дәғүә итеүсе каналдар араһынан беҙҙең төбәктә "Башҡортостан 24" каналы еңеп сыҡты һәм уңышлы эшләп килә.
Бөгөн беҙ урындағы, ҡала-район телевидениеһы, уларҙың эш үҙенсәлеге тураһында һөйләшергә ниәтләнек. Тура эфирға Баймаҡ телевидениеһынан коллегаларыбыҙҙы саҡырғанбыҙ — телерадиостудия мөхәррире Әлфиә Хәмитова һәм оператор Рим Йәнтүрин.







