Хәйерле иртә, Республика! - 18.11.2022 Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 18.11.2022 Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Кисә Бөтә донъяла етлекмәй тыуған балалар көнө билдәләнде. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар һаны йылдан-йыл арта. Рәсәйҙә генә һәр унынсы бала етлекмәгән булып тыуа. Хәйер, медицина ла урынында тормай, табиптарҙың оҫталығы ла арта, ваҡытынан алда тыуған балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам ҡулы һуҙған ойошмалар ҙа бар. Дөйөм көстәр менән улар бәләкәстәргә тулы тормош менән йәшәүгә өмөт өҫтәй, ярҙам итә.

Студия ҡунағы - мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам хәйриә фонды ойоштороусыһы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, неонатолог Фәйрүзә Латипова.