Йәй башында Республика халыҡ ижады үҙәге “Башҡорт халыҡ кейеме” тип аталған традицион милли костюм өлгөләре менән каталог сығарыу өсөн Рәсәй Президенты грантын отҡайны. Проекттың төп маҡсаты – башҡорттарҙың байрам, көндәлек кейеү, йола һәм башҡа төрлө ғәмәлдәр өсөн тәғәйен кейем төрҙәрен бер каталогка туплау, ата-бабаларҙың кейем өлгөләрен һаҡлау.
Каталогтың исем туйы иртәгә — 30 ноябрҙә.
Ҡайҙа, нисәлә үтә исем туйы һәм каталогты әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында "Башҡорт халыҡ кейеме" каталогы проектының етәксеһе Артур Әлибәков һәм Милли музейҙың этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре, этнограф, костюмдар рәссамы Сәлимә Усманова менән әңгәмә ҡорабыҙ.