Хәйерле иртә, Республика! - 30.11.2022 Башҡорт киноһы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Хәйерле иртә, Республика! - 30.11.2022 Башҡорт киноһы

Әйткәндәй, "Ап-аҡ ҡар" тамашасыларҙы ла ҡыуандырҙы. Һүҙебеҙ Вилүрә Иҫәндәүләтованың ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы тураһында. Яңыраҡ ҡына "Родина" кинотеатрында уның премьераһы уҙҙы.

Рус һәм башҡорт. Ике милләт балаһының бер-береһенең телен аңламаһалар ҙа, дуҫлашыу тураһында бәйән иткән тарих, ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиға.

"Ап-аҡ ҡар" фильмы һәм ғөмүмән, башҡорт кинематографияһы тураһында әңгәмә ҡорорға ниәтләнек. Студияла ҡунаҡта - "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев һәм режиссер-документалист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтова.