Хәйерле иртә, Республика! - 05.12.2022 Самауырлы сәй

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 05.12.2022 Самауырлы сәй

Беҙ иртәнге осрашыуға хеҙмәттәштәребеҙҙе саҡырғанбыҙ. Улар "Башҡортостан" ДТРК-һы алып барыусылары - Айгөл Кантюкова һәм Константин Бережной самауырҙары менән. Ысын ҡуҙ самауыры.
Әйткәндәй, Рәсәй радиоһының "Самауыр" тапшырыуында бик ҡыҙыҡлы конкурс бара. Бәйгенең шарттары буйынса, үҙенсәлекле ҡунаҡ менән самауыр артында сәй эскән фотоһүрәт һәм уға ҡыҫҡа ғына, ҡыҙыҡлы аңлатма яҙып редакцияға ебәрергә кәрәк ине.