Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ теленә булған һөйөүен һәм ихтирамын гәзит-журналдарға яҙылып та белдерә ала. Республикала ваҡытлы баҫмаларға льготалы, йәғни, ташламалы яҙылыу осоро иғлан ителде. Был кампания кесаҙнаға тиклем барасаҡ.
Ғөмүмән, Башҡортостанда сыҡҡан гәзиттәр, ташҡа баҫылған журналдарҙың хәле нисек, уҡыусылар һәм авторҙар бармы?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләргә ниәтебеҙ бар алдағы ярты сәғәттә. Студияла ҡунаҡта — "Киске Өфө" гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева.