Хәйерле иртә, Республика! - 20.12.2022 Ҡуян йылы яҡынлаша

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 20.12.2022 Ҡуян йылы яҡынлаша

Ҡышҡы ҡояш торошо көнө. Бөгөн йылдың иң ҡыҫҡа көнө һәм иң оҙон төнө. Ә иртәгәнән алып көндәр яйлап оҙоная башлай. Әйткәндәй, кешеләр ғәҙәттә көн оҙонлоғо үҙгәреүен шунда уҡ һиҙә. Кәйеф тә яҡшыра, сөнки ҡояш беҙгә ыңғай йоғонто яһай. Яңы йылға яҡынайған һайын да байрам кәйефе һиҙелә. Ни бары 10 көн генә ҡалды бит.

Барығыҙ ҙа беләлер, киләһе йыл – Көнсығыш календары буйынса ҡуян йылы икәнен. Астрологтар уны иң бәхетле йылдарҙың береһе тип иҫәпләй. Тормошобоҙ тыныс һәм тотороҡло булыуын вәғәҙәләй.

Ғөмүмән, йыл үҙенең хужаһына оҡшаш була, тиҙәр. Шуға ла ҡуяндар менән яҡынараҡ танышыу маҡсаты менән ҡуян үрсетеүсе эшҡыуарыбыҙҙың береһе – Лилиә Нуретдинованы саҡырҙыҡ.