Хәйерле иртә, Республика - 26.12.2022 Берҙәмлектә - көс!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика - 26.12.2022 Берҙәмлектә - көс!

Уҙып барған 2022 йыл тәү сиратта мобилизация менән иҫтә ҡаласаҡ. 21 сентябрҙә Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәйне. Ҡораллы Көстәр сафында башлыса хеҙмәт иткән, хәрби-иҫәп специальносына һәм хәрби тәжрибәгә эйә булғандар алынды.
С. Башҡортостандың район-ҡалаларынан йөҙәрләгән ир-егеттәребеҙ төркөм-төркөм хәрби операцияға юлланды. Оҙатыу тантаналарында күҙ йәштәре күп түгелде. Хистәр ҡайнай, әммә ир-егеттәребеҙ илебеҙ бөтөнлөгөн, мөстәҡиллеген яҡлау кәрәклеген яҡшы аңлай. Иң мөһиме һәр береһе, еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһындар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләрен Республика төрлө яҡлап ҡурсалаясаҡ, тип вәғәҙә бирҙе төбәк башлығы.Мобилизацияланғандар, уларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам күрһәтелә, бөгөнгө һөйләшеү ошо турала барасаҡ.