Етеп килгән Яңы йыл байрамын бала саҡтан мөғжизәле бер ваҡиға, тылсымлы осор итеп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Был ваҡытта һәр кем үҙе өсөн 12 айлыҡты йомғаҡлап, киләһенә маҡсаттар билдәләргә тырыша.
2022-нең дә аҙаҡҡы көндәрен теүәлләйбеҙ. Һығымталар яһар алдынан йылдың тарихта ҡала торғанын билдәләргә кәрәк. Ана шул йылъяҙмаға яҙырҙай ваҡиғаларҙың беҙҙең көнитмешебеҙгә, дөйөм иҡтисадҡа тәьҫире һәм йоғонтоһо хаҡында бәйән итмәксебеҙ.
Махсус хәрби операция, донъя тарихында булмаған санкциялар баҫымы, пандемия эҙемтәләре, донъя баҙарында логистик сылбырҙарҙың өҙөлөүе... былар барыһы ла иҡтисадҡа үҙ мөһөрөн һалды.
Махсус хәрби операция башланған ваҡытта Рәсәйҙең тулайым продукты йыл аҙағына 20 процентҡа кәмейәсәк тиеүсе аналитиктар булды. Ғәмәлдә 2022-не 2 ярым процент тирәһе юғалтыу менән ҡаршылайбыҙ.
Алдағы ярты сәғәттә быларҙың барыһын да тәфсирләп, киләсәгенә фараздар менән уртаҡлашырбыҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 28.12.2022 Уңышлы йыл
Йыл йомғаҡтары.