Яңы йыл өҫтәлен һәр хужабикә айырыуса тырышлыҡ менән әҙерләй шул. Менюны ла алдан хәстәрләй.
2023 йылды ҡаршылағанда табында ит ризыҡтары мөмкин тиклем әҙерәк булһын. Ни тиһәк тә, яңы йыл – үЯңыҙе ҡурҡаҡ, үҙе йомшаҡ ҡуян йылы, ул ит яратмай!.
Ә бына татлы ризыҡтан йыл хужаһы һәм саҡырылған ҡунаҡтар баш тартмаҫ, моғайын. Беҙ ҙә бөгөн йылдың төп табынына татлы ризыҡ әҙерләргә булдыҡ. Һәм беҙгә был эштә Өфө сауҙа иҡтисад колледжының лаборатория етәксеһе, кондитер Ләйсән Иҙелбаева ярҙам итер.
Йондоҙҙар беҙгә ниндәй йыл вәғәҙәләй? 2023-сө йыл кемдәр өсөн айырыуса уңышлы булмаҡсы? Йылдың ниндәй айҙарына никах, туйҙарҙы, мөһим килешеүҙәр планлаштырырға. Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн астролог, үҙ эшенең оҫтаһы Азалия Йәһүҙина яуап бирә.