Хәйерле иртә, Республика! - 17.01.2022 Ҡыл-ҡумыҙҙа - халҡым тарихы

Ҡыл-ҡумыҙҙа - халҡым тарихы.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 17.01.2022 Ҡыл-ҡумыҙҙа - халҡым тарихы

Ҡыл-ҡумыҙҙың үҙенә генә хас көйө бар. Был уйын ҡоралынан тетрәндергес һуҙынҡы моң һыҙылып сыға. Башҡорттар ҡыл-ҡумыҙға ҡушылып ырымлау йырҙарын — һарнауҙарҙы башҡарған. Изге музыка ҡоралы тураһында мәғлүмәт һәм иҫтәлектәр халыҡ хәтерендә һаҡланған һәм күп кенә сығанаҡтарҙан уҡырға мөмкин.
Ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар йылдан-йыл арта. Һәм Башҡортостанда ошо музыка ҡоралының серҙәрен профессиональ кимәлдә өйрәнеүсе беренсе ҡарлуғастарҙың береһе — ул Зәлиә Ғәниәтуллина. Күп йылдар "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленың солисы бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.