Педагогия хеҙмәткәрҙәренең һәм остазлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәрҙең баһаһын һәм айырым статусын арттырыу маҡсатында ил Президенты Владимир Путин указы менән 2023 — Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде.
Тематик йылға бағышланған саралар бөтә ил буйынса һәм республикабыҙҙа ла уҙғарыласаҡ. Был аҙналағы оператив кәңәшмәлә, мәҫәлән Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин Педагог һәм остаз йыл уңайынан төбәгебеҙҙә 53 төрлө сара уҙғарылыуы хаҡында әйтеп китте. Студия ҡунағыбыҙ - билдәле педагог, остаз, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина.
Хәйерле иртә, Республика! - 17.01.2023 Педагог һәм остаз йылы
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.