Хәйерле иртә, Республика! - 23.01.2023 Күсмә халыҡтар цивилизацияһы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 23.01.2023 Күсмә халыҡтар цивилизацияһы

Башҡортостан тәбиғәте, тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары менән электән килгән туристар өсөн күркәм урын һанала. Быйыл йәй Бөрйән районында асылған Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей- комплексы, тиҙҙән Шишмә районында төҙөлә башлаясаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы төбәкте тағы ла серлерәк итәсәк.

Был урындарҙың фәнни, белем биреү, туристик, һөнәрселек потенциалы ғәйәт ҙур. Әммә тарихты өйрәнеү, яңы биттәрен асыу һәм һаҡлау иң беренсе беҙҙең үҙебеҙ өсөн кәрәк.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәк етәксеһе, Рәсәйҙең ИКОМОС милли комитеты советы вице-президенты Данир Ғәйнуллин.

ИКОМОС — һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара совет. Ул мәҙәни мираҫты киләсәк быуынға һаҡлау менән шөғөлләнә.