Студенттар бөгөн үҙҙәренең "һөнәри байрамын" билдәләй. 1755 йылдың 25 ғинуарында батшабикә Елизавета "Мәскәү университетын булдырыу тураһында" ҡарарға ҡул ҡуя. Шул көндән алып, ул тәүҙә Татьяна, һуңынан студент көнө тип атала башлай.
Был байрам нисек билдәләнә, әлеге студенттар нимә менән янып йәшәй? "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында заман йәштәре тураһында әңгәмә ҡормаҡсыбыҙ.
Студия ҡунаҡтары — Өфө киң профилле колледжы студенты Наҙлыгөл Саяпова һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Иҙел Хәкимов.







