Бөгөн, 26-сы ғинуарҙа, "Рәсәй1-Башҡортостан" телеканалында эфирға сыҡҡан "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 3-сө февралдә буласаҡ "Ҡыҙыл паша" спектакленең премьераһына арналды.
Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Азат Вәлитов менән әңгәмә бик йәнле барҙы.