Асҡын районы Ҡашҡа ауылы вәкилдәре, Балыҡсы ырыуы башҡорттарын бөгөн ҡунаҡҡа көтөп торабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Ҡашҡалар — дәртлеләр, егәрлеләр, һәләтлеләр...
Социаль селтәрҙәрҙә күреп ҡалдыҡ, бөтә ауылдары менән өмә йыйып йөн эшкәртәләр: маз булып, иҙәнгә ултырып тетәләр, иләйҙәр, Һарыҡ йөнөнөң дауалау көсө хаҡында ла һөйләйҙәр. Араһында йәштәргә һабаҡ булырҙай йолаларға, фольклорға ла урын бар.
Бала-саға, йәштәр менән кәбеҫтә тоҙлағандарын күрҙеңме әле, Сәлимә. Шартына килтереп, ағас һауытҡа һалып тыҡылдатып турап, өлкәндәрҙең рецебы менән бына тигән файҙалы ризыҡ әҙерләп ҡуйҙылар.
Дәртлеләр, егәрлеләр сөнки бөтә ауыл халҡы спорт менән дуҫ. Сере шундалыр тейемсе мин. Ҡыш тип тормай туп тибәләр, футбол уйнайҙар, саңғыла уҙышалар скандинав таяҡтары һәр береһенең ҡулында. Мөхәммәт бабай баҫҡан быймалары ни тора.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, ауыл ағинәйҙәре Мауза Латипова һәм Әнисә Сәмиғуллина.