Хәйерле иртә, Республика! - 03.03.2023 Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 03.03.2023 Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Тормошто йәмләп, тирә-яҡ мөхитте шау сәскәгә, матурлыҡҡа күмеп йәшәгән хужабикәләребеҙ бихисап республикала. Төп эштәренән тыш яратҡан шөғөлдәренә, йорт-ҡураһына, баҡсаһына, йәмәғәт эштәренә ваҡыт тапҡан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар һоҡланыу тойғоһо уята. Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙҙың да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Музей ойоштороп ебәрһенме, үҙ шиғырҙарынан торған китап баҫтырып сығарһынмы, ҡурсаҡ эшләһенме. Ә иң мөһиме, бөтә башланғыстарында иң ҙур терәк, дәртләндереүсе һәм ярҙам итеүсе – уның тормош иптәше. Таныш булығыҙ  — Фәнисә һәм Ришат Бикбаевтар.