Хәйерле иртә, Республика! - 06.03.2023 Күршеләргә ҡоҙа килгән

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 06.03.2023 Күршеләргә ҡоҙа килгән

Башҡортостанда айырылышыуҙар һаны арта. Бының сәбәбен төрлөсә аңлаталар. Кемдер психологияға, кемдер башҡа мәсьәләгә бәйләй. Ә шулай ҙа, ғаилә ныҡлы булһын өсөн бәлки, элекке йолаларға ла таяныр кәрәктер. Мәҫәлән, яусылар һәм димселәр мәктәбенә. Димләп, яусылар биргәндәр араһында борон-борондан айырылышыуҙар булмаған.

Студияла беҙ тап ошо һорауға яуапты бергә эҙләйбеҙ. Ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе — Фирҙәүес Әминованы Сибайҙан, ә икенсеһен, Зәкирә Райманованы Күгәрсендән саҡырҙыҡ.