Бөгөн беҙҙең һәм һеҙҙең һорауҙарға шаяндар һәм тапҡырҙар клубының башҡорт асыҡ лигаһы идара рәйесе Урал Кәримов яуап бирә. Ҡунағыбыҙҙы саҡырыу һис осраҡлы түгел. Беренсенән, 11 көндән беренсе апрель – Халыҡ-ара көлкө көнө, ә икенсенән — шаяндар һәм тапҡырҙар клубының башҡорт асыҡ Лигаһы ойошторолоуға 11 йыл. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә ҙур тамаша буласаҡ.
Хәйерле иртә, Республика! - 20.03.2023 Шаян башҡорттар
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.