Хәйерле иртә, Республика! - 21.03.2023 Йөрәк һүҙе

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 21.03.2023 Йөрәк һүҙе

18-се апрелдә көндө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрның ҙур залында сираттағы "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтә.

Быйылғы "Йөрәк һүҙе"ндә 160-ҡа яҡын кеше ҡатнашыу теләген белдереп видеояҙмаларын ебәргән. Уларҙың сығыштарын эксперт советы 10 март тыңланы һәм финалға 12 бәйгесене һайланы.

Кемдәр улар? Ниндәй әҫәрҙәр һайлағандар? Ни өсөн тап улар үткәндәр? Ошо турала "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенең эксперт советы рәйесе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Әлмирә Ҡыуатова һәм совет ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин беҙгә һөйләй.