Хәйерле иртә, Республика! - 10.04.2023 Сифатлы ризыҡ

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 10.04.2023 Сифатлы ризыҡ

Бөгөнгө теманы һайлау һис тә осраҡлы түгел. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡ, тимәк беҙ һәм һеҙ ниндәй ризыҡ ашайбыҙ, уның сифаты нисек. Ғөмүмән, кибет һөтөн эсеп ағыуланырға мөмкинме, йә урамда һатылған һөт ҡурҡынысыраҡмы? Икмәккә һылаған май, ҡаймаҡ, ашаған колбаса ризыҡтары. Улар сифатлымы, йә аталған продукциянан бөтөнләй баш тартырғамы.

Студия ҡунағы — Башҡортостандың ветеринария хеҙмәте буйынса Дәүләт комитеты ветеринар лабораторияһы етәксеһе урынбаҫары Азамат Буканов ошо һорауҙарға яуапты яҡшы белә. Экспертыбыҙ фекере һәммәбеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр.