Хәйерле иртә, Республика! - 14.04.2023 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 14.04.2023 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Туған телдә һөйләшеү генә түгел, уҡый-яҙа белеү ҙә мөһим. Башҡортостандың мәғариф һәм фән, мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Өфө университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милләттәштәребеҙҙе 20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Сараны ойоштороу, уның маҡсаттары тураһында филология фәндәре докторы, Өфө университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина менән һөйләшәбеҙ.